Өфөлә сығарылыш класс уҡыусылары ата-әсәләре Берҙәм дәүләт имтиханы тапшыра

Ата-әсәләр өсөн Берҙәм дәүләт имтиханы. Өфөлә сығарылыш класс уҡыусылары ата-әсәләре «Бергә тапшырабыҙ» Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә рус теленән белемен һынап ҡараны. Сарала ҡатнашыусылар дәүләт имтиханы тәртибен үтеп, үҙҙәрен сығарылыш уҡыусылары ролендә хис итте. Парта артына БЮТ хәбәрсебеһе Рәзилә Ғиниәтуллина ла ултырҙы. Тулыраҡ артабан.

Имтихан тәртибе ҡатылығын ата-әсәләр үҙендә тоя. Кабинеттарға металл эҙләүсе ҡорамалдар аша үтеп, урында телефон һәм башҡа әйберҙәрҙе ҡалдырыу мотлаҡ. Узен менан тик ручка, паспорт хам хыу гына алырга момкин.

Эшлекле уйында ҡатнашыусылар араһында - ата-әсәләр, мәғариф ведомстволары, уҡыу йорттары хеҙмәткәрҙәре һәм журналистар. Сараға быйыл имтихан тапшырасаҡ 11 класс уҡыусылары ла килгән. Кабинеттарҙа һәр кем өсөн айырым парта билдәләнгән: талаптар ысын имтиханда кеүек ҡәтғи.

Акцияла ҡатнашыусылар өсөн ябайлаштырылған имтихан һорауҙары тәҡдим ителде. Күнегеүҙәр рус теле пунктуацияһы, лексикаһына ҡағылды. Һынау ваҡыты сикле ине.

Акцияла ҡатнашыусының иң өлкәненә 86 йәш ине. Мәғариф отличнигы Фәрит Рәмов ярты быуатлыҡ ғүмерен белем биреүгә бағышлаған. Ветерандың сығарылыш уҡыусыларына теләге бер - тулҡынланмаҫҡа һәм үҙ-үҙеңә ышанырға.

Быйыл республикала Берҙәм дәүләт имтихандарын 16 мең уҡыусы тапшырасаҡ. Традицион рәүештә, йәмғиәтте өйрәнеү фәнен иң күп уҡыусы һайлаған. Башҡортостан етәксеһе ҡушыуы буйынса, имтихандарҙы 100 балға тапшырыусыларға 150 мең һумлыҡ премия ҡаралған. Уларҙы әҙерләүсе уҡытысылар өсөн 50 мең һум тапшырыласаҡ.

Рәзилә Ғиниәтуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ