Борщ, рассольник, туҡмас һәм борсаҡ ашы, һөт бутҡаһы, печеньелар. Улар тәмле һәм туҡлыҡлы, ә иң мөһиме - ялан шарттарында тиҙ бешерелә. Ризыҡтарҙы әҙерләү барышы менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова танышты.
Айырым биҙрәләргә һалынған ингредиенттарҙы бергә ҡушырға һәм үлсәп бүлергә генә ҡала. Эштең төп этабы ирекмәндәрҙең өйөндә башҡарыла. Берәүҙәр йәшелсә һатып ала, икенселәре таҙартып турай, өсөнсөләре уларҙы махсус аппараттарҙа киптерә. Быларҙың барыһын да «Башҡортостандың ышаныслы тылы» ирекмәндәр хәрәкәтенең «Башҡортостан аштары» төркөмө әҙерләй.
Бынан тыш, 145 килограм печенье, окоп шәмдәре, төрлө йыуыныу, дауаланыу майҙары ебәрелгән. Ирекмәндәр сафына Өфө ҡатын-ҡыҙҙары ғына түгел, республика райондарының гүзәл заттары ла ҡушылған. Төрлө йәштәге һәмтөрлө һөнәр эйәләрен Еңеүҙе яҡынайтыу, һалдаттарға ышаныслы тыл булдырыу маҡсаты берләштерә. 39 йыл финанс тармағында эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Резеда Борисевич «Башҡортостан аштары» төркөмө ойошторолған көндән алып киптерелгән аш-һыу әҙерләү менән шөғөлләнә. Уға ғаиләһе лә ярҙам итә.
Киптерелгән ризыҡты һаҡлауы ла йәтеш, боҙолоп та бармай. Ирекмәндәр билдәләүенсә, быға тиклем береһенең дә сублимацияланған аштарҙы бешереү тәжрибәһе булмай. Шуға күрә барлыҡ технологияларҙы үҙҙәре сығара. Һәр йәшелсәне киптереү өсөн төрлө ваҡыт һәм ысулдар талап ителә.
Аштарҙы бешереү өсөн ни бары ҡайнар һыу өҫтәү талап ителә. Гуманитар тупланмалар консервалар, татлы ризыҡтар һәм балалар яҙған хаттар менән оҙатыла. Һәр йәшниктең ауырлығы яҡынса 10-15 килограмм.
Ирекмәндәр яңыраҡ киптерелгән бутҡа бешереү серҙәрен дә асҡан. Тимәк, гуманитар тупланмаларға тағы бер ризыҡ өҫтәләсәк.
Әлфинә Килдейәрова






