Февраль аҙағында тәүге мобиль мунсалар Шайморатов батальоны һалдаттарына оҙатылған. Эшҡыуар Денис Хәсәнов етәкселегендә ойошторолған цехта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова булды.
Йыйыу цехында шымартыу машинаһы ярҙамында ҡораусылар хәрбиҙәр өсөн тәғәйенләнгән мобиль мунсаның каркасын шымарта. Һуңынан грунтовкалайҙар, ә өсөнсө этапта буяйҙар. Утын менән яғылған мунса ҡышҡыһын бер сәғәттә әҙер булһа, йәй ярты сәғәттә өлгөрә, ти үҙ эшенең оҫталары.
Цехта биш кешенән торған бригада эшләй. Ир-егеттәр кедр ағасынан кәрәкле дәүмәлдә таҡта ҡырҡа, мобиль мунса өсөн йүкә ағасынан өҫтәл, эскәмйәләр эшләй.
Махсус хәрби операция биләмәһенә тәүге мобиль мунса февраль аҙағында Шайморатов батальоны һалдаттарына ебәрелгән. Әлеге ваҡытта Өфөгә ҡулланыуға әҙер ике мунса оҙатылған. Улар менән бергә ошо цехта ҡоролған өс мобиль мунса март аҙаҡтарында хәрбиҙәргә махсус гуманитар ылау менән оҙатылыр, тип күҙаллана.
Мобиль мунсалар өсөн төрлө ҙурлыҡтағы мейестәрҙе, торба, тағылмалы арбаларҙы иретеп-йәбештереү һәм мейес цехтарында 30-ҙан ашыу хеҙмәткәр эшләй. Тимер ҡалайҙы бөгөү, мейес таштарын урынлаштырыу өсөн селтәрле фигуралар ҡырҡыу автоматлаштырылған станоктарҙа башҡарыла. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хәрбиҙәр уңайлығы өсөн мобиль мунсаларға тағылмаларҙы ҡораусылар айырым тырышлыҡ һала.
Махсус хәрби опреациялағы һалдаттарға тәғәйенләнгән мобиль мунсалар тыш яҡтан яғыла. Улар хәрби-маскировкалау сеткаһы төҫөнә буялған. Бындай ярҙам һалдаттарға хәрби юлын ярайһы еңеләйтергә булышлыҡ итәсәк, тигән.
Гүзәл Борханова






