Йоматау ауылында ҡымыҙ етештереүсе предприятие шифалы эсемлекте сит илгә һатыуға сығара

Киләсәктә ойошма етештереү күләмен арттырып, сифатлы продукция менән Рәсәй төбәктәрен дә тәьмин итергә ниәтләй. Бөгөн республика хужалыҡтары алдында ла ошондай мөмкинлектәр асыла. Башҡортостандың тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы белгестәре менән берлектә Экспортҡа ярҙам үҙәге хеҙмәткәрҙәре эш сәфәре менән республика предприятиеларында булып, консультация үткәрә. Өфө районында уҙған бизнес һәм дәүләт вәкилдәре менән осрашыу һөҙөмтәләре тураһында БЮТ ижади төркөмө репортажы.

Тигеҙ рәт менән шифалы эсемлек тулы шешәләр ҡойоу аппараты буйлап хәрәкәт итә. Махсус ҡоролма ҡымыҙҙы шешәләргә тултыра, киләһе аппаратта уларҙың ҡапҡастары ябыла. Процесс аҙағында шешәләр полиэтиленға төрөлөп, һатыуға әҙерләнә. Эш барышын 3 кеше күҙәтә. Ошондай ҡымыҙ ҡойоу аппараты Рәсәйҙә берәү генә, уны предприятие үҙе уйлап сығарған.

Мин продукцияның сифатын күҙәтәм, әгәр ҙә шешә тулмаған булһа, брак тип иҫәпләнә, уны алып ҡуябыҙ. Эш тулыһынса автоматлаштырылған, быға тиклем 7 кеше эшләй инек, хәҙер 3 оператор ҡалдыҡ, сөнки автомат барыһын да үҙе башҡара, беҙ күҙәтәбеҙ генә.

Артем Ҡоҙаяров, оператор

Хужалыҡ файҙалы эсемлекте башлыса экспортҡа, Ҡаҙағстанға оҙата. Әле цехта ҡымыҙҙы етештереү күләме тәүлегенә 5 тоннанан арта. Киләсәктә хужалыҡ экспортҡа етештерелгән продукция күләмен арттырырға, тәүлегенә 10 тоннаға еткерергә, шулай уҡ файҙалы эсемлекте Рәсәй төбәктәренә лә һатыуға ебәрергә ниәтләй.

Планда ассортиментты киңәйтеү, ҡымыҙ, ҡымыҙ продуктынан тыш эксклюзив эсемлектәр етештерергә теләйбеҙ. Логистик сығымдарҙы ҡаплау һәм халыҡ-ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыу өсөн Экспортҡа ярҙам итеү үҙәгенә мөрәжәғәт иттек.

Рушан Нәбиуллин, ҡымыҙ етештереүсе предприятие директоры

Ҡымыҙ етештерүсе ойошма экспортты яйға һалһа, «Урал байлыҡтары» ауыл хужалығы кооперативы был турала хыяллана ғына. 4 йыл элек барлыҡҡа килгән кооператив бер нисә йүнәлештә эшләй - йылҡы һәм ҡош-ҡорт үрсетеү, үҫемселек менән шөғөлләнә. Продукцияны етештереү күләмен арттырырға теләк һәм мөмкинлектәр бар, әммә уны һатыу мәсьәләһе киҫкен тора.

Хужалыҡ өсөн төп проблема - бойҙай һәм техник культураларын һатыу. Сәсеү етеп килеүгә ҡарамаҫтан, амбар бойҙай менән тулы. Сифатлы тауарҙы лайыҡлы хаҡ менән сит илгә сығарыу тураһында бөгөн дәүләт органдары вәкилдәре менән һөйләштек, хужалыҡты үҫтереү һәм экспортты яйға һалыу тураһында мәғлүмәт алдыҡ.

Азат Фазлыев, яуаплылығы сикләнгән ойошманың директорҙар советы рәйесе
Башбат

Проект 2019 йылдан башлап эшләй, ул экспортҡа ориентирланған предприятиеларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеүҙе күҙ уңында тота. Үҙәк ошо осорҙа 200-ҙән ашыу предприятие эше менән танышҡан

Төбәктә сит ил менән эшләүсе ойошмаларға дәүләт ярҙамы күрһәтелә, ул да булһа транспорт сығымдарын ҡаплау, халыҡ-ара сертификацияға һәм логистикаға сарыф ителгән сығымдарҙы ҡайтарыу. Был мөмкинлектәр менән күп предприятиелар файҙаланды, бөгөн дә ойошмалар киләсәктә бергә эшләргә теләк белдерҙе.

Альбина Хәсәншина, Башҡортостандың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм конгресс эшмәкәрлеге министрлығы бүлеге етәксеһе

«Урал байлыҡтары» кооперативы осрашыуҙан һуң оҙаҡ һаҡлана торған ит консерваларын күберәк етештерергә, ауыл хужалығы культураларын сәсеү алдынан сит илдәрҙең баҙар һорауын ентекле өйрәнергә ҡарар итте.

Лилиә Мәҡсүтова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ