Өфөлә урынлашҡан Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры Рәсәйҙә ошондай беренсе милли ойошма. Ул үҙенең эшмәкәрлеген 1932 йылдың 5 февралендә башлай. Ҡурсаҡтар ҡатнашҡан тәүге тамаша – “Шалҡан” әкиәте ҡуйыла. Әле театр бинаһын төҙөкләндереү бара. «Арт-Ҡоролтай” ултырышында Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ремонтты быйыл тамамланыуы хаҡында белдерҙе.
Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры «АртылышФест” фестивалендә ҡатнаша. 23 мартта Өфө тамашасыһына «Көлһылыу” әкиәте тәҡдим ителә.




