Яҡташыбыҙ, йырсы Зөлхизә Илбәкова ике ай самаһы Истамбул ҡалаһында йәшәй. Ул сериалдарҙа төшә. “Әлегә бәләкәй ролдәр башҡарам. Тырышам. Төрөк телен өйрәнәм”, - ти Зөлхизә.
“Зөлхизә уйнаған фильмдарҙы Интернетта ҡарайбыҙ. Ҡыҫҡа ғына ваҡытта ирешкән уңыштары өсөн ҡыуанабыҙ”, - ти уның әсәһе, телережиссер Франгизә Илбәкова.
Әле Зөлхизә Илбәкова фантастик фильмда төшә.




