Радий Хәбиров «Әр-Рәхим» мәсете төҙөлөшө тураһында әйтеп үтте

«Әр-Рәхим» мәсетен төҙөү эштәрен артабан дауам итеү өсөн республиканың кәмендә 2025 йылдың тәүге яртыһына тиклем аҡса бүлергә мөмкинлеге юҡ, ләкин объект мотлаҡ сафҡа инәсәк. Был турала Радий Хәбиров Хөкүмәттең Республикаға идара итеү үҙәгендә уҙған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, уҙған аҙнала көслө дауыл төҙөлөш хәлендәге «Әр-Рәхим» мәсетенә зыян килтерҙе. Ел манара көмбәҙҙәренең береһен алып ташланы. Бының сәбәбе бер нисә булыуы мөмкин. Тәүгеһе - ҡуйған ваҡытта конструкцияны боҙоу, икенсеһе - төҙөлөш объектының төҙөлөш нормалары һәм ҡағиҙәләре талаптарына ярашлы консервацияланмауы. Әле был турала төрлө хөрәфәттәр йөрөй. Ислам, православие ҡанундарын аңламағандар юҡ-барға ышаныуҙың исламда гонаһ икәнлеген асыҡ аңларға тейеш, тине Радий Хәбиров.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ