Тамашасылар быуындан-быуынға күсә килгән халыҡ йырҙарын, бейеүҙәрҙе, милли йолаларҙы ҡараны. Фестивалдә башҡорт, татар, рус, удмурт халҡының көнкүрешен сағылдырған концерт ойошторолдо. Бай йөкмәткеле тамашала ололар ҙа, мәктәп уҡыусылары ла ҡатнашты. Халыҡ йолаларын тергеҙеүҙе, традицияларҙы киләсәк быуынға еткереүҙе маҡсат итеп ҡуйған байрам төрлө райондарҙан килгән 300-ләп кешене берләштерҙе.



