Ул традицион рәүештә буранлы һыуыҡтар сигенгән осорҙа билдәләнә. Өсөнсө йыл рәттән сара Иглин районы Балтика ауылында ла ойоштородо. Төбәктә белорустар күпләп төпләнгән. Байрам көндәрендә мәҙәниәт йорто алды майҙаны төрлө төҫтәге таҫмалар менән биҙәлде. Ҡунаҡтар милли ризыҡтар менән һыйланды, белорустарҙың «Сябры» ансамбле сығышына тамаша ҡылды.
Программала уйын һәм конкурстар ҙа ҡаралғайны. «Яҙ саҡырыуы» ҡарасҡы яндырыу менән тамамланды. Быйыл тәүге тапҡыр байрамда «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» проекты сиктәрендә Өфөнән килгән туристар ҙа ҡатнашты.



