Өфөлә 33-cө «Агрокомплекс» Халыҡ-ара күргәҙмәһе менән Агросәнәғәт форумы старт алды

Быйыл унда Рәсәй төбәктәре, Ҡытай, Ҡырғыҙстан, Көньяҡ Корея, Төркиә һәм Белоруссиянан 340 компания ҡатнаша. Экспозицияларҙа ауыл хужалығы өсөн ҡеүәтле техника, иген таҙартыу, киптереү комплекстары, заманса һауын залдары менән танышырға мөмкин. Сара сиктәрендә эшлекле программа ла ҡаралған, «Рәсәй ауылының киләсәге» билдәләнә, тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләр өйрәнелә. Форумдың тәүге көнөнә БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина йомғаҡ яһай.

Иген киптереү ҡулайламаларынан алып трактор, комбайн, ер эшкәртеү агрегаттарына тиклем. ВДНХ-Экспо алдындағы туғыҙ мең квадрат метр майҙанда 180 берәмек ауыл хужалығы техникаһы ҡуйылған. Күргәҙмәләге экспонаттар араһында Башҡортостанда сығарылғандары айырыуса иғтибарға лайыҡ. Әйтәйек, «Агросәнәғәт» форумы сиктәрендә «Сулпан-100» үҙйөрөшлө сапҡыс йыйыу буйынса цех асыу тантанаһы үтте. Яңы производство Стәрлетамаҡ районында урынлашты. Өфө районында иһә Белоруссияның Мозырь машиналар төҙөү заводы менән берлектә сылбырлы тракторҙар ҡороу участкаһы эшләй башланы.

Бөгөн Башҡортостанда 95 миллиард һумдан ашыу суммаға 60 эре инвестиция проекты тормошҡа ашырыла. Машина-транспорт паркы әүҙем яңыртыла - былтыр ғына ауыл хужалығы өсөн өс мең берәмек техника һатып алынды. Импортты алмаштырыу йүнәлешендә ике меңдән ашыу төр запас частар производствоһы үҙләштерелде. Дөйөм алғанда, тап ауыл беҙҙең аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге гаранты, иҡтисадты үҫтереү мөмкинлеге булып тора.

Андрей Назаров, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры

Ауыл биләмәләренең тотороҡло үҫеше - төбәктең социаль-иҡтисади именлеге өсөн оло әһәмиәткә эйә. Агросәнәғәт форумы сиктәрендә «Рәсәй ауылының киләсәге»нә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләр күтәрелде. Тармаҡты кадрҙар менән тәьмин итеү талап ителә. Һуңғы өс йылда республикала был проблема әүҙем хәл ителә. Етмеш агрокласс, уҡыу өсөн 12 производство майҙансығы булдырылған. Сара сиктәрендә Башҡортостан Хөкүмәте һәм Рәсәй ауыл йәштәре берлеге араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлөүе лә уңышлы башланғыстарҙың береһе.

Агросәнәғәт кластерын үҫтереү, Техник һәм технологик яңырыу, ауыл хужалығы тауарҙары етештереүселәрҙең продукцияһын ритейлға сығарыу - агросәнәғәт форумының эшлекле программаһы сиктәрендә тармаҡты үҫтереү мөмкинлектәре ҡаралды. Шул уҡ ваҡытта хужалыҡтарға күрһәтелгән ярҙам саралары ла барланды.

Яҙғы баҫыу эштәре алдынан киләһе уңышҡа нигеҙ һалына. Форумда ҡатнашыусылар хужалыҡтар менән һөҙөмтәле килешеүҙәр төҙөп кенә ҡалмай, башҡа компаниялар менән хеҙмәттәшлек булдыра, яңы партнерҙар таба.

Республика күргәҙмәләр ойоштороу тарихында иң ҙур экспозиция. Ул 17 мең 600 квадрат метр майҙанды биләй. Бында хатта тотош һауым залдары ла ҡуйылған. Һөтсөләк, малсылыҡ менән шөғөлләнеүселәр урында уҡ алдынғы технологиялар, заманса ҡулайламалар менән таныша ала./

Дүрт көн дауамында Өфө Рәсәйҙең агросәнәғәт тармағы үҙәге буласаҡ 33-гә уҙғарылған сараға егерме меңдән ашыу кеше шаһит булыр тип көтөлә. Күргәҙмә сиктәрендә фермерҙар ауылы ойошторолған. Халыҡҡа Башҡортостанда етештерелгән сифатлы һөт, ит, бал, икмәк продукцияһы тәҡдим ителә

Гөлназ Хәйбуллина

Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ