Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай президиумы ултырышында патриотик тәрбиә сараларын киңәйтеү закон проекты ҡаралды. Парламентарийҙар илһөйәр быуын тәрбиәләп үҫтереү өсөн патриотик акцияларҙың, бәйләнештәрҙең, уҡыу йорттарында ойошторолған сараларҙың мөһимлеген билдәләне. Бынан тыш, янғын һүндереүселәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау буйынса законда үҙгәрештәр талап ителеүе билдәләнде.
Ғәҙәттән тыш хәл шарттарында эшләүсе ҡотҡарыусыларҙы матди яуаплылыҡтан азат итеү кеүек һорауҙар иғтибар үҙәгендә булды. Тәҡдим ителгән 30 закон проекты араһында эшҡыуарҙарға ярҙам саралары, балалар йортонан тәрбиәгә алынған малай-ҡыҙҙарҙы уҡытыуҙа дәүләт программалары мәсьәләләре күтәрелде. Тәҡдимдәр 29 мартта үтәсәк парламент ултырышында тыңлаү үтеп ҡабул ителер тип көтөлә.






