Өфө табиптары аорта аневризмы менән яфаланыусы 64 йәшлек ирҙең ғүмерен ҡотҡарған

Ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһында бындай операциялар йылына яҡынса 40-50 сирлегә яһала. Ҡатмарлы әмәлиәт кисергән пациент менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова дауам итә.

Эс ауыртыуҙан дарыу эсеү ярҙам итмәгәс 64 йәшлек Дамир Фәрит улы район дауаханаһына мөрәжәғәт итә. Компьютер томографияһы ҡорһаҡ аортаһында 8 сантимер ҙурлыҡтағы аневризма барлығын күрһәтә. Әйтергә кәрәк, сәләмәт кешелә уның диаметры 2 сантиметр тәшкил итә. Әле Дамир Фәрит улының ғүмеренә хәүеф янамай, уға операция яһалған, пациент йүнәлеүгә бара.

Аортаның аневризмын ҡырҡып алыу әмәлиәте Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының Ҡан тамырҙары бүлегендә яһала. Әйткәндәй, медицина учреждениеһы асылыуға ни бары ике йыл. Әммә ошо ваҡыт эсендә меңәрләгән кешегә ярҙам күрһәтелгән.

Ҡорһаҡ аортаһы киңәйгән осраҡта уның өҙөлөүе ихтимал. Медицина ярҙамы күрһәтелмәгән осраҡта пациентҡа үлем хәүефе янай. Аневризм менән башлыса ир-егеттәр ауырый.

Марат Кашаев, медицина фәндәре кандидаты, өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһының ҡан тамырҙары бүлеге мөдире

Аорта - бөйөр артерияһынан алып аяҡтарға бүленеп киткән ҡан тамыры. 2-3 сәғәткә һуҙылған әмәлиәттә операция өҫтәлендә ятыусылар күпләп ҡан юғалта. Шуға күрә махсус аппарат ярҙамында пациенттың үҙенең йәки донорҙарҙың ҡаны ебәрелә.

Ҡорһаҡ аортаһы аневризмаһын ваҡытында асыҡлау мөһим. Белгестәр әйтеүенсә, сир тәү сиратта атеросклероз менән яфаланыусыларҙа барлыҡҡа килә.

Атеросклероз ҡорһаҡ аортаһында ғына түгел, ә аяҡ тамырҙарында ла булырға мөмкин. Был сирҙәрҙе алдан иҫкәртеү маҡсатында беҙҙең дауаханала Аяҡ-ҡулдар ишемияһы үҙәге булдырылды. Уның белгестәре яңыраҡ Иглин районында пациенттарҙы ҡабул итеү көнө үткәргәйне. Табиптарға күренергә килгән 20 кешенең, бишеһе дауалауға ебәрелде.

Илдар Ишмөхәмәтов, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы клиник дауаханаһы баш табибы урынбаҫары

Атеросклеорз үҫешмәһен өсөн табиптар дөрөҫ туҡланырға, насар ғәҙәттәрҙән баш тартырға кәңәш итә. Ә әмәлиәтте уңышлы үткәргән Дамир Фәрит улы иһә өйгөнә ҡайтырға әҙерләнә.

Әлфинә Килдейәрова

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ