Стәрлетамаҡта Биишева уҡыуҙары. Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ ҡалаһы филиалында Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 115 йыл тулыға арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте. Етенсе тапҡыр ойошторолған конференция был юлы туған тел һәм әҙәбиәтте уҡытыуҙағы заман проблемаларын үҙ эсенә алды.
Конференцияла юғары һәм урта уҡыу йорттары педагогтары, мәктәп уҡытыусылары, студенттар сығыш яһаны. Сарала шулай уҡ Дағстан, Хакас, Алтай, Сыуашстан, Татарстан республикалары вәкилдәре лә ҡатнашты. Зәйнәб Биишеваның ижады гуманизм идеяһы менән һуғарылған, уның әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәте өсөн генә түгел, күп милләтле Рәсәй әҙәбиәте ҡаҙанышы булып тора тип билдәләнде конференцияла. Уның ижады уҡыусыларҙа атайсал мәҙәниәтенә һаҡсыл ҡараш, илһөйәрлек рухын тәрбиәләй.
Бишшева уҡыуҙары Стәрлетамаҡта 2009 йылдан бирле ойошторола. Был осраҡты түгел, сөнки 2008 йылдан алып дүрт йыл юғары уҡыу йорто Зәйнәб Биишева исемен йөрөткән. ВУЗдың исеме үҙгәрһә лә, күркәм йола һаҡланған. Юғары уҡыу йортонда халыҡ яҙыусыһы иҫтәлегенә ойошторолған музей эшләй, унда мәктәп уҡыусылары өсөн экскурсиялар ойошторола.



