33-сө Халыҡ-ара «АгроКомплекс» күргәҙмәһе сиктәрендә бөгөн Башҡортостанда ике яңы производство эш башланы. Уларҙың береһе Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан. Ауыл хужалығы техникаһын етештереүсе предприятие үҙйөрөшлө «Сулпан» сапҡыстары сығара. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Ҡырҡылған металлға күҙ ҙә өлгөрә алмай. Ә компьютерлаштырылған системаға ҡуйылған талаптарҙы үтәү бер ни түгел. Һанаулы минут эсендә агрегат детале ҡырҡып та сығарырыла. Әҙер материал шунда уҡ икенсе цехҡа оҙатыла. Иретеп-йәбештереүселәрҙең дә үҙ роботы бар. Әлбиттә, предприятие тулыһынса автоматлаштырылған тип әйтеп булмай. Бында туғыҙ тиҫтәнән ашыу хеҙмәткәр эшләй.
Предприятиеның был бүлмәһендә инженер-конструкторҙар. Дүрт хеҙмәткәрҙәр цехта етештереләсәк агрегаттар уйлап таба, йә донъя аналогына оҡшашын сығара. Ярты йыл эсендә генә йөҙҙәрсә эш башҡарылған. «Сулпан» исемле үҙйөрөшлө сапҡыс һуңғы ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе.
Заказ биреүсенең теләге буйынса сапҡыстар биш, ете һәм туғыҙ метр оҙонлоҡҡа тиклем етештерелә. Ғәҙәти комбайндарҙан айырмалы тырмалар пластиктан һайланған.
«Сулпан» өсөн бар комплектар ҙа урындағы предприятиеларҙан йыйыла. Техниканың төп өлөшөн тәшкил иткән металл Магнитогорскиҙан килтерелһә, Канада пружиналарын бөгөн Белорет заводы алмаштырҙы. Шулай уҡ башҡа ҡоролмаларға ҡытлыҡ күҙәтелмәй. «Сулпан»ға оҡшаш сит ил техникаһынан айырмалы Башҡортостанда етештерелгәне ике-өс тапҡырға арзаныраҡ булыуы билдәләнә. Тәҡдим ителгән 11 миллион һумды республика ҡаҙнаһынан яртыһын тиерлек ҡапларға ла мөмкин.
Көнбайыш санкциялары Ватан етештереүселәренең эшен киреһенсә йәнләндереп ебәреүгә мөмкинлек бирҙе. Башҡортостан етештереүсеһенә заказдар бермә-бер артты. Ихтыяждарҙы ҡәнәғәтләндереү өсөн предприятиела яңы цех асылды ла инде. Өҫтәүенә, республика техникаһы сит илдекенән бер ҙә кәм түгел, сифатлыраҡ та, ти механизаторҙар.
Азат Ғәлиуллин






