Республика табиптары висцериаль лейшманиоз менән ауырыған пациенттың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған

Һирәк осрай торған сир билдәләре 13-сө ҡала клиник дауаханаһындағы үҙәкләштерелгән клиника- диагностика лабораторияһында асыҡланған. Башҡортостан лабораторияларының һөҙөмтәле эшмәкәрлеге тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева.

Ул көндө Марина Юрьевна һөйәк елеген микроскоп аша тикшергәндә ғәҙәти булмаған күренешкә тап була. Быға тиклем бер тапҡыр ҙа ундай картинаны осратмағанға, Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының тәжрибәле табиптары менән кәңәшләшә.

Беҙҙең гематологтар пункция алғайны. Минең тәжрибәлә тәүге тапҡыр лейшманиялар паразиттары табылды.

Марина Михно, 13-сө ҡала клиник дауаханаһының үҙәкләштерелгән клиник -диагностика лабораторияһы микробиологы

35 йәшлек егет 13-сө ҡала клиник дауаханаһында былтыр февралдән бирле дауаланған. Ауыр хәлдәге пациентҡа тәүҙә диагноз ҡуйыу ҡатмарлыҡ тыуҙырған. Лаборатор тикшереү һөҙөмтәһе уның организмы паразиттар менән зарарланғанын күрһәткәндән һуң ул республика йоғошло сирҙәр дауаханаһына йүнәлтелгән.

Пациент кардиология, гастроэнерология буйынса ла дауаланған. Беҙҙең лаборатория эшенең һөҙөмтәһендә уға дөрөҫ диагноз ҡуйылды.

Нэлли Йәнтүрина, 13-сө ҡала клиник дауаханаһының гематология бүлеге мөдире

Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының лабораторияһы ла сирҙе дәлилләй. Илле йылдан ашыу лабораторияла эшләгән Любовь Демкина микроскоп быялаһында лейшманиоз сире билдәләрен бығаса бер тапҡыр ҙа осратмаған.

Был фото 13 дауаханан килде. Лейшманиялар эритроциттар янында күҙәнәк эсендә күренә. Пациенттың улар менән йөрәге, бауыры ла, күп органдары зарарланған.

Любовь Демкина Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы клиник-диагностика лабораторияһы табибы
Башбат

Лейшманиоз - протозой инфекциялар төркөмөнә инә. Ул кешенең тәненә ҡыҙыл таптар булып сыға, эске органдарын зарарлай. Лейшманиялар тән күҙәнәге эсендә үрсей. Ауырыу ғәҙәттә, Урта Азия, Кавказ арты яғында осрай. Кешегә төлкө, бүре һымаҡ хайуандарҙан йоға. Йәнлектәрҙән кешегә уны серәкәйҙәр күсереүе ихтимал. Инкубация ваҡыты 20 көндән 9 йылға тиклем.

Башҡортостанда лейшманиоз сире барлығы быға тиклем теркәлмәне. Был осраҡта беҙ табиптар менән консилиум үткәреп, диагнозды раҫланыҡ.

Лилиә Аҙнабаева , Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы клиник-диагностика лабораторияһы табибы, профессор

2021 йылда республикала лаборатор хеҙмәтте үҙгәртеп ҡороу һөҙөмтәһендә эш өс кимәлдә алып барыла. Поликлиника, ҡала һәм беҙҙә. Үҙәкләштереү сиктәрендә беҙҙең лаборатория ҡорамалдары паркы яңыртылды. 50 нән ашыу экспертлы заманса автоматик ҡорамалдар менән эшләйбеҙ. Ҡатмарлы тикшеренеүҙәр уҙғарыла.

Руслан Исмәғилев, Ғ.Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы клиник-диагностика лабораторияһы мөдире

Һирәк осрай торған сирҙән егет йоғошло сирҙәр дауаханаһында дауаланған. Белгестәр әйтеүенсә, уға антибиотиктар һәм башҡа препараттар менән дауалау үткәрелгән. Кире осраҡта сир аҙайып пациент иҫән ҡалыуы икеле, ти табиптар. Лаборанттарҙың ентекле эшенең һөҙөмтәһе- ҡотҡарылып ҡалған тотош бер ғүмер.

Рәмилә Исмәғилева

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ