Социаль хеҙмәткәр - күңел һәләте

Был һөнәрҙең төп нигеҙе - кешелеклек һәм игелек. Улар иңендә мөмкинлектәре сикләнгән, һаулығы ҡаҡшаған кешеләргә, оло йәштәгеләргә көндәлек мәшәҡәттәрен еңеләйтеү бурысы ята. Сөнки социаль хеҙмәткәр ярҙамға мохтаж кешене тыңлай белергә лә, йылы һүҙен дә йәлләмәҫкә лә тейеш. Шишмә районы Шөңгәккүл һәм Бүләкбаш ауылдарында эшләүсе ошондай мәрхәмәтле һөнәр эйәләре менән БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова осрашты.

Анна Козловская Шөңгәккүлдә 25 йыл дауамында социаль хеҙмәткәр булып эшләй. Хеҙмәт юлын башлағанда 6 кешегә социаль хеҙмәт күрһәтһә, хәҙер улар һаны 18-гә еткән. Иртәнге сәғәт туғыҙҙан һәр береһе менән аралашып, үтенестәрен яҙып ала. Берәүҙәргә аҙыҡ-түлек, икенселәргә дарыу, ә өсөнсөләргә иһә коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында башҡарырға булыша. Һәр иртә һайын ошо таныш һуҡмаҡтан үҙен өҙөлөп көтөп торған өлкәндәр янына ашыға.

89 йәшлек хеҙмәт ветераны Зәйнәп Ҡотлова яңғыҙы йәшәй. Социаль хеҙмәткәрҙән уңдым, сабыр, хәстәрлекле, иғтибарлы булыуы менән минең тормошомдо еңеләйтә, йәшәргә көс бирә, ти Зәйнәб Абдрахман ҡыҙы.

Анна Евгеньевнаға өлкәндәр өсөн психолог та, кәңәшсе лә, хоҡуҡ белгесе лә, хатта серҙәш тә булырға тура килә. Әңгәмә барышында сал сәсле оло йәштәгеләрҙең проблемалары асыҡлана, бергәләп тиҙ генә хәл итеү юлдары барлана. Социаль хеҙмәткәр хеҙмәтен күңел биреп, һөнәр үҙенсәлектәрен үтәп башҡара

Зәйнәб Абдрахман ҡыҙын Шишмәгә дауаханаға алып барҙым. Өфөгә окулистҡа күренергә юллама алдыҡ. Юлыңғайы уңайлы аяҡ кейеме лә һатып алдыҡ. Зәйнәб апай ыҫпай кейенергә ярата. Мин уның әйтергә теләгәнен ярты һүҙҙән аңлап торам.

Анна Козловская, социаль хеҙмәткәр

Социаль хеҙмәтләндереү өлкәһендә Шишмә районында 22 кеше эшләй. Улар тарафынан 383 мохтажлыҡ кисереүсегә төрлө йүнәлештә ярҙам ҡулы һуҙыла, улар араһында махсус хәрби опперацияла ҡатнашыусы 8 ғаилә ағзалары ла бар.

Светлана Мөрсәлимова менән Әлфир Әминевтар йортон изгелек, миһырбанлыҡ үҙәге, ти ауылдаштары. Ут күршеләре Нуретдин Әхкәм улынан тыш, улар тәрбиәгә өлкән йәштәге ике ханымды ла алған.

Светлана Урал ҡыҙы хаҡлы ялдағы шәфҡәт туташы. Ғүмере буйы Бүләкбаш ауылы кешеләре һаулығы һағында эшләгән. Тәүлектең төрлө ваҡытында ла ашығыс ярҙам күрһәтергә әҙер тороусы ханым хаҡлы ялға сығыу менән ҡарауһыҙ ҡалған өлкәндәрҙе үҙ ғаиләһенә ала.

Даими тәрбиәгә мохтаж өлкәндәр Светлана Урал ҡыҙының йортонда биш йылдан ашыу йәшәй. Егәрле хужабикә аш-һыуын ваҡытында хәстәрләй, дарыуҙар бирә, өҫ-баштарын тәрбиәләп тора.Ҡатынына тормош иптәше Әлфир Нәҡи улы ла ярҙам итә.

Тәрбиәгә алынған өлкәндәрҙең яҡындары һәм балалары юҡ. 93 йәшлек Нуретдин Сәләхов, 99 йәшлек Мәүжидә Кәримова, 87 йәшлек Рәшиҙә Ғәләметдиновалар был нигеҙҙә күңел йылыһы, яҡшы мөғәләмә, иғтибар тойоп, бөтә уңайлыҡтары булған шарттарҙа йәшәй. Хәстәрлекле һәм мәрхәмәтле ҡулдарға килеп эләккән өлкәндәр был йортта үҙҙәрен яҡлаулы һәм һаҡлаулы тоя.

Бүләкбаш ауылында социаль эш менән шөғөләлнеүсе ғаилә килем алыуҙы түгел, ә мохтаждарға сифатлы ярҙам итеү маҡсатын ҡуя.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ