Ике айҙа республика юлдарында 1 бала һәләк булған, 47-һе имгәнгән. “Балаларҙың ғүмерен хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ. Юлда йөрөгәндә уларға өлгө күрһәтегеҙ, ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ”, - ти Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәре Ленар Зиннуров.
“Иғтибар – балалар!” акцияһы 7 апрелгә тиклем дауам итә.







