Көн һайын киске 9-ҙан иртәнге 6-ға тиклем ике юл һыҙаты ябыла. Ҡала хакимиәтенең юл төҙөлөшө идаралығы етәксеһе Константин Паппе белдереүенсә, апрелдән май уртаһына тиклем Яр буйы урамында ла машиналар хәрәкәтен сикләү көтөлә.
Өфөлә шулай уҡ Киров һәм Дим райондары биләмәһендә һыу үткәргес төҙөлә. Ошоға бәйле апрель уртаһынан Нуғай юлына төшөү урыны ябыла.







