Башҡортостанда “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” федераль проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. “Планда 2024 йылға бер гектар ҡырҡылған урман урынына шул уҡ майҙанда ағас ултыртыу бурысы тора”, - ти Урман хужалығы министры урынбаҫары Венер Вәхитов.







