Өфөлә ҡатнаш алыш буйынса Рәсәй беренселеге уҙғарыла. Бөйөк Еңеүҙең 78 йыллығына арналған турнирҙа 19-20 йәшлек егеттәр һәм ҡыҙҙар ҡатнаша. Билдәле ҡунаҡтар исемлегендә ҡатнаш алыш төрҙәре буйынса донъя чемпионы Федор Емельяненко бар. Ярышта еңеүселәр Рәсәй йыйылма командаһына алына, ти Башҡортостандың ҡатнаш алыш федерацияһы президенты Руслан Зарипов.
Турнир 6-7 майҙа “Өфө-Арена”ла уҙа.




