Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры һөнәрен алмаштырҙы

Ведомство етәксеһе Айрат Рәхмәтуллин үҙен уҡытыусы булараҡ һынап ҡараны. Ул бөгөн Өфөнөң 42-се лицейында биологиянан дәрес бирҙе.  “Ҡыҙҙарҙы һәм егеттәрҙе медицина уҡыу йорттарына саҡырабыҙ”, - тине министр.

Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры һөнәрен алмаштырҙы

Бөгөн Башҡортостанда поликлиника һәм дауаханаларға 1 меңдән ашыу табип кәрәк.  Бигерәк тә терапевт, педиатр, невролог һәм  анестезиологтар етмәй. “Белгестәрҙе йәлеп итеү маҡсатында республикала “Ауыл табибы” һәм “Ауыл фельдшеры” программаһы тормошҡа ашырыла. Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса Мәсәғүт, Октябрьский, Нефтекама һәм Учалы ҡалаларында медицина колледжы филиалдары асылды”, - тине Айрат Рәхмәтуллин. Был уҡыу йорттарына йыл һайын 150 студент ҡабул ителә.

Республикала “Чиновник һөнәрен алмаштыра” акцияһы 10 йыл уҙғарыла.

Фото №1 - Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министры һөнәрен алмаштырҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ