Республикала март аҙағына тиклем коммерциялы булмаған ойошмаларҙан гранттар конкурсына ғаризалар ҡабул ителә. Был турала социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров яҙып сыҡты.
Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы аутизм менән сирле балаларға ярҙам үҙәге туғыҙ грант алыуға ирешкән, шул иҫәптән Башҡортостан Башлығы грантын. Коммерциялы булмаған ойошма 2 йыл эшләй, унда балалар менән психолог, дефектолог, адаптив физкультура һәм нейропсихология буйынса белгестәр шөғөлләнә. Ошо осорҙа 140-тан ашыу бала үҙәктә абилитация үткән. Былтыр үҙәк Башҡортостан башлығы гранттары фондынан көршәк яһау оҫтаханаһын булдырыу өсөн дәүләт ярҙамын алған.






