Махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан мобилизацияланғандарҙың сираттағы партияһы Башҡортостанға ҡайтты

Ярты йылдан һуң тыуған еренә аяҡ баҫыусылар араһында - Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев та бар.

Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән яҡташабыҙ бөгөн Башҡортостан юлдаш телевидениеһында ҡунаҡта булды. Марат Зөлҡәрнәев 2000 йылда Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы хәрби кафедраны тамамлай.

Былтыр сентябрҙә өлөшләтә мобилизация башланғас та өлкән лейтенант махсус хәрби операция билмәһенә йүнәлтелә. Бөгөн яу яланындағы ир-егеттәр менән барыһы ла яҡшы, һәр кем үҙенең хәрби бурысын намыҫ менән үтәй. Рухи һәм матди ярҙам өсөн республика халҡына оло рәхмәт! Тыл ныҡ һәм унда барыһы ла яҡшы булғанда, беҙгә хеҙмәт итеү һәм хәрби бурыстарҙы үтәү еңелерәк, ти Марат Миңлеғәле улы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ