Турнирҙа илдең алты төбәге: Силәбе, Свердловск, Тверь өлкәләренән, Краснодар крайы, Удмурт Республикаһы һәм Башҡортостандан 60 спортсы ҡатнашты. Еңеүселәр командалар буйынса һәм шәхси зачеттарҙа ла билдәләнде. Ярыш Рима Баталованың хәйриә фонды ярҙамында уҙҙы. Күренекле спортсы ярышта ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһында еңеүгә ынтылыш көслө булыуын билдәләне.



