Иглин районында махсус хәрби операция барышында һәләк булған Риф Закировтың исеме мәңгеләштерелде

Иглин районы Ауструм ауылында махсус хәрби операция барышында батырҙарса һәләк булған Риф Закировтың исеме мәңгеләштерелде. Ауструм мәктәбе бинаһына иҫтәлекле таҡтаташ ҡуйыу сараһына геройҙың яҡындары һәм ауылдаштары, хеҙмәттәштәре һәм ветеран ойошмары вәкипдәре йыйылды.

Ҡаһарман яҡташыбыҙ быйыл февралдә махсус хәрби операция бурыстарын үтәгәндә һәләк була. Үлгәндән һуң «Батырлыҡ» ордены менән бүләкләнгән. Ауылдаштары әйтеүенсә, Риф Закиров уларҙың хәтерендә һәр ваҡыт башҡаларға яғымлы һәм ярҙамсыл, илен һөйгән изге күңелле кеше булып ҡаласаҡ.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ