Бөгөн ҡояш байыу менән изге Рамаҙан айы башлана

Рамаҙан-шәриф уңайынан Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин мосолмандарға мөрәжәғәт менән сығыш яһаны.

Баш мөфтөй билдәләүенсә, күптәр был айҙы ураҙа тотоуға ҡайтып ҡала тип кенә аңлай. Әммә кешеләр, көндөҙ ашауҙан баш тартыуҙан тыш, бик күп башҡа изгелектәр ҙә ҡылырға тейеш. Сөнки Рамаҙан айы - мосолманға хаҡ юлда нығыныу һәм ялғанын ҡалдырыу, тормошона үҙенсә баһа биреү һәм белмәгәндәрен өйрәнеү өсөн иң ҡулай осор булып тора, тине Тәлғәт Сафа улы.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ