Онкология сирҙәрен дауалауҙа яңы ысул

Башҡорт дәүләт медицина университетының урология һәм клиник онкология институтында һөйәктәге яман шеш метастазаһы радиактив алым менән дауаланды. Радий хлориды ил клиникаларында 2014 йылдан алып ҡулланыла.

Тәжрибәле табип һөҙөмтә күрһәтеп өлгөргән препарат буйынса университет студенттарына лекция уҡыны. Белгестәр билдәләүенсә, һөйәктәрҙәге метастазалар ғәҙәттә һуң стадияла асыҡлана, яңы төр дауалау ҡатмарлы сирҙән интегеүселәрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыр тип күҙаллана.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ