Осрашыуҙа төбәктә спорт көрәшен үҫтереү, Өфөлә самбо буйынса халыҡ-ара фестиваль ойоштороу һәм республикала самбо оҫталары өсөн спорт формаһын етештерә башлау мәсьәләләре күтәрелде.
Башҡортостан «Zа самбо» федераль проектын тормошҡа ашырыуҙа әүҙем ҡатнаша, тип билдәләне Радий Хәбиров. Уға республиканың 19 мәктәбе ҡушылды, ә 2023 йылдың аҙағына тағы ла 10 мәктәп өҫтәләсәк. Бынан тыш, яңы уҡыу йылынан физик культура институты базаһында ошо спорт дисциплинаһы буйынса тренерҙар әҙерләй башлайҙар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бер аҙна элек Мәскәүҙә «Еңеү фәне» бөтә Рәсәй форумы сиктәрендә «Берҙәм Рәсәй» партияһының Генераль советы секретары Андрей Турчак Радий Хәбировтың 2024 йылдың ноябрендә Өфөлә халыҡ-ара самбо фестивален үткәреү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Мәртәбәле турнирҙы киләһе йылда сафҡа инәсәк көрәш һарайы ҡабул итәсәк.
Сергей Елисеев шулай уҡ 2024 йылда Өфөлә мәктәп уҡыусылары араһында самбо буйынса ҙур турнир ойошторорға тәҡдим итте. Башҡортостандың тупланған тәжрибәһе һәм үҫешкән спорт инфраструктураһы ярыштарҙы юғары кимәлдә үткәрергә мөмкинлек бирәсәк, тине ул.






