Марат Зөлҡәрнәев махсус хәрби операция биләмәһедә музей булдырған. Ул тирмә рәүешендә эшләнгән. Запорожье өлкәһендә хеҙмәт иткән өлкән лейтенант беҙҙең телерадиокомпанияға биргән интервьюһында ошоларҙы белдерҙе.
Башҡортостан махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙәргә даими ярҙам күрһәтә. Гуманитар ылау туплауҙа бөтә ҡала һәм райондар ҡатнаша. Һалдаттарға техника, кәрәк-яраҡтар, кейем, аш-һыу, дарыуҙар ебәрелә. “Балалар йәнде йылытырлыҡ хаттар һәм һүрәттәр менән шатландыра. Тыуған яҡ сәләмен алыу яугир рухын нығыта”, - ти Марат Зөлҡәрнәев.
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге республика Милли китапхана директоры Марат Зөлҡәрнәев махсус хәрби операция биләмәһендә ярты йыл хеҙмәт иткән. Әле ул Башҡортостанға ялға ҡайтты.







