Башҡортостан Башлығы социаль селтәрҙә яҙыуынса, изге мәлдә яман уйҙар, һүҙҙәр һәм ғәмәлдәрҙән тыйылып тороу фарыз. Православтарҙа ла аштан, насар ғәмәлдәрҙән тыйылыу ваҡыты, Бөйөк Пост бара. Быуаттар дауамында төрлө халыҡтар һәм дин вәкилдәре бер-береһен ихтирам итеп бергә йәшәй. “Бөгөн беҙҙең яугирҙәр Ватан өсөн алыша. Бөтә уйҙарыбыҙ уларға йүнәлтелгән, бөтә доғаларыбыҙ улар именлегенә өсөн ҡылына. Барыһына ла тыныслыҡ һәм изгелек теләйем. Хуш киләһең, Рамаҙан!” - тип яҙа Радий Хәбиров.







