Башҡортостанда самбо буйынса халыҡ-ара ярыштар ойошторола

Республика Башлығы Радий Хәбировтың Бөтә Рәсәй самбо федерацияһы президенты Сергей Елисеев менән осрашыуында шул турала әйтелде. Унда Өфөлә спорт алышын үҫтереү, самбистар өсөн кейем етештереү һәм халыҡ-ара турнирҙар уҙғарыу мәсьәләләре ҡаралды. Башҡортостанда “Za самбо” федераль проекты тормошҡа ашырыла. Әле 19 мәктәптә спорт түңәрәктәре эшләй, йыл аҙағынаса тағы 10 мәктәп өҫтәлә. Башҡорт физик культура институтында самбо буйынса белгестәр әҙерләнә башлай. Радий Хәбиров белдереүенсә, 2024 йылда Өфөлә Халыҡ-ара самбо фестивале ойошторола. Сергей Елисеев мәктәп уҡыусылары араһында ла турнир үткәрергә тәҡдим итте.

Фото №1 - Башҡортостанда самбо буйынса халыҡ-ара ярыштар ойошторола
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ