Иҫәнғол ауылында яҙыусы һәм педагогтың 80 йәшлек юбилейы уңайынан “Бураҡаева уҡыуҙары” фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы бар ғүмерен балалар тәрбиәләүгә бағышлаған. Ул “Йәйләү” профилле сменаһың, “Башҡортостан ынйылары”, “Урал батыр мәктәбе” проекттарының авторы.““Тормош һабаҡтары” китабым йәш йөрәктәрҙе ысын шәхес булып үҫтереү маҡсатында яҙылды”, - ти Мәрйәм Бураҡаева.
Иртәгә “Бураҡаева уҡыуҙары” конференцияһының пленар өлөшө була.







