Сарала ҡыҙыу нөктәләрҙә, һауа десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт иткән һәм махсус тәғәйенләнештәге отряд вәкилдәре ҡатнашты. Осрашыуҙан шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан һәм әлегә ялға ҡайтҡан ир-егеттәр ҙә ситтә ҡалманы. Улар араһында яраланып та, махсус операция биләмәлеренә кире барырға теләүселәр бар. Военкомат хеҙмәткәрҙәре контракт менән хеҙмәт итеү шарттары һәм кәрәкле документтар исемлеге менән таныштырҙы.






