«Мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы» профессиональ конкурсында 91 педагог ҡатнаша. Уларҙың тик бишәүһе генә финалға барып етә. Шул иҫәптә «Айыуҡай» балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе - Әминә Буранбаева ла бар.
Әминә Буранбаеваның педагогик стажы -23 йыл. Ул Башҡортостан-тыуған илем төбәк программаһы авторҙарының береһе. Методик яҡтан белемле һәм тәжрибәле булыу педагогты республика конкурсы һынауҙарын уңышлы үтергә булышлыҡ итә. Әминә Рафиҡ ҡыҙы уларҙы лайыҡлы үтеп, призерҙар исемлегенә инә.
Республикала мәктәпкәсә белем биреү ойошмаларында туған телдә белем биреүсе йыл педагогы профессиональ конкурсы быйыл икенсе тапҡыр уҙғарыла. Абруйлы бәйгелә ҡатнашыу -педагогтар өсөн яуаплы ла,тулҡынландырғыс та. Айыуҡай балалар баҡсаһы коллективы мәртәбәле ярышта икенсе йыл рәттән еңеү яулай.
Был конкурс йәмғиәттә тәрбиәсе һөнәренең дәрәжәһен арттыра,туған телебеҙҙе пропагандалай. Бер ай дауамында барған һынауҙа тәрбиәселәр йылдар буйы туплана килгән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Һөнәри конкурста ҡаланың «Толпар» балалар баҡсаһы физкультура буйынса инструкторы Зимфира Мөхәмәтҡолова ла ҡатнаша. Ул Һөнәренә тоғролоҡ номинацияһында еңеүсе булып таныла.
Альбина Байегетова



