Өфөлә уны уҙғарыу урындарының береһе итеп Республика Хәрби дан музейы билдәләнгән.
Бынан тыш, учреждение «Еңеү билдәмәһе» халыҡ-ара проектында ҡатнашыусы биш музей исемлегенә индерелгән. Был музейҙарҙа Ленинград ҡамауын өҙөүгә 80 йыл тулыу, Сталинград алышы, шулай уҡ Ржев һәм Кавказ өсөн яуҙарға арналған һанлаштырылған экскурсиялар һәм күргәҙмә проекттары эшләйәсәк. Хәрби дан музейында шулай уҡ диктантҡа әҙерлек буйынса асыҡ лекторий старт ала.






