Халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы, ғалим, иман тәғлимәттәрен өләшеүсенең яҡты иҫтәлегенә арнап Республика әҙәбиәт музейы «Рухи мәғрифәтсенең башҡорт әҙәбиәтендәге образы» тигән темаға түңәрәк өҫтәл ойошторҙо. «Башҡортостан» дәүләт концерт залының конференциялар залында ислам донъяһының күренекле шәхесе Зәйнулла Рәсүлев биографияһын архив мәғлүмәттәренә таянып өйрәнеүсе ғалимдар, тарихсылар сығыш яһаны.
Зәйнулла Рәсүлевтың биографияһын, яҙмыш һуҡмаҡтарын ентекле өйрәнеүселәр араһында яҙыусы Лира Яҡшыбаева ижады айырым иғтибарға лайыҡ, тип билдәләнде Зәйнулла Рәсүлевҡа арналған түңәрәк өҫтәлдә «Рухи мәғрифәтсенең башҡорт әҙәбиәтендәге образы»н яҙыусы ике бүлектән торған әҙәби-нәфис китапта сағылдырған.



