Иглин районында ойошторолған өмәлә мәғариф һәм мәҙәниәт учреждениелары, муниципаль хеҙмәткәрҙәр, ауыл биләмәләре предприятиелары һәм ойошмалары ҡатнашты. Улар ҡулдарына көрәк тотоп урам- ихаталарҙы ҡарҙан һәм боҙҙан таҙартыуға сыҡты. Быйылғы миҙгелдең беренсе өмәһенә төбәктең меңдән ашыу кешеһе йәлеп ителде. Хәҙер экологик өмәләр районда аҙна һайын үтә һәм май байрамдарына тиклем дауам итә.






