Республика Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә шулай тип белдерҙеләр. Федераль үҙәктән аҡса йәлеп итеү күрһәткесе буйынса беҙҙең республика Волга буйы округында беренсе урында. Һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, экология йүнәлештәре буйынса эшсе төркөмдәр әүҙем булған. Быйыл республиканан федераль финанслауға 93 заявка ебәрелгән. 53 миллиард һумлыҡ 73 проект хупланған.




