Ошо көндәрҙә беҙҙең республиканан эшҡыуарҙар һәм компаниялар бизнес-сәфәр менән Улан-Баторҙа. Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, эшҡыуарҙар һәм профилле министрлыҡ вәкилдәре менән осрашыуҙар ҡаралған. Беҙҙең республиканан Монголияға минераль ашлама, химия тауарҙары, аҙыҡ-түлек, ағас һәм таш әйберҙәре, гипс оҙатыла.




