Өфөлә «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар асыҡ ҡала конкурсының финал уйыны уҙҙы

«Илле - илендә, ерле - ерендә». Ошондай дөйөм тематика аҫтында Өфөлә «Шаяниум» тапҡырҙар һәм отҡорҙар асыҡ ҡала конкурсының финал уйыны уҙҙы. Бәйгелә һайлап алыу этаптарын уңышлы үткән 14 команда көс һынашты. Улар барыһы ла - мәктәп уҡыусылары.

Уйындың төп шартына килгәндә, командалар сәхнәлә саф башҡорт телендә сығыш яһаны. «Сәләмләү»гә етешәр минут ваҡыт бирелде. Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылына арналған сарала «Атайсалға изге ғәмәлдәр йылы» ла яҡтыртылды.

«Шаяниум» конкурсы һөҙөмтәләре буйынса Гран-приҙы 2-cе башҡорт лицейының «Тағы ла 2» командаһы яуланы. «Рәссамдар», «Етегән +1», «Кендектәр», «Һупайлы дәрүиштәре» һәм «20-се Централ»дың сығыштары ла баһалама комиссияһы тарафынан юғары баһаланды.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ