Өфө районының Подымалов ауылы янында 272 гектар майҙанды биләгән логистика агропаркы төҙөү ҡарала

Башланғысты тормошҡа ашырыуға инвесторҙар 25 миллиард һум аҡса һалырға иҫәп тота. Бөгөн проект «Инвестиция сәғәте» форматында үткән кәңәшмәлә өйрәнелде. «Таврос» компаниялар төркөмө ун миллиард һум индерә һәм паркта иттте тәрән эшкәртеү цехтары урынлаштырмаҡсы. Бынан тыш, йәшелсә һатыусы компаниялар ҙа агропакта урынлашыу теләге белдергән. Бәләкәй фермер хужалыҡтарына ла урын биреләсәк. Улар сауҙа селтәрҙәре талаптары буйынса тауарҙарын ҡаптарға тултырыу менән шөғөлләнә ала.

Тағы бер өҫтөнлөклө статус алған проект- ресурстар сығарыусы судноларҙың деталдәрен төҙөкләндереү үҙәге. Ишембайҙа урынлашҡан предприятие производство майҙандарын арттырмаҡсы. Сөнки күрһәтелгән хеҙмәттәргә һорау арта. 163 миллион һумға баһаланған проект тормошҡа ашырылһа, етештереү майҙандары тағы ла мең ярым квадрат метрға артасаҡ. Радий Хәбиров эшҡыуарҙарға һәр яҡлап та ярҙам күрһәтергә ҡушты.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ