“Башнефть” һәм “Башнефть-Добыча” компаниялары геологтары 2022 йылда асыштары менән ҡыуандырҙы. Покров ятҡылығында тәүлегенә 14 тонна нефть сығарыла. Углеводород сеймалы 400 метр тәрәнлектә генә ята. Шуға “ҡара алтынды” сығарыу ҙа отошло. Нефтсе, ғалим Мөнир Ғәлләмов исемендәге ятҡылыҡта газ һәм нефть бер юлы 5 ҡатламдан алына. “Башнефть” компанияһы һәр ваҡыт үҫеш юлында, етештереүҙе арттырыу өсөн яңы алымдар һәм технология әүҙем файҙаланыла.







