Республика Башлығы Радий Хәбировтың Федераль техник көйләү һәм метрология буйынса агентлыҡ етәксеһе Антон Шалаев менән осрашыуында шул турала һүҙ барҙы. Илдә станок ҡоралдары сәнәғәтен үҫтереү буйынса федераль программа эшләй. Уға ярашлы, төбәктәрҙә һынауҙар үҙәге селтәре булдырыла. Антон Шалаев шундай лабораторияларҙың береһен беҙҙең республикала ла асырға тәҡдим итте.
Радий Хәбиров Башҡортостанда станоктар сәнәғәте өсөн һынауҙар үҙәген булдырыу башланғасын хупланы һәм Росстандартҡа хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.







