Башҡортостанда агросәнәғәт паркы барлыҡҡа килә, ауыл хужалығы ҡорамалдарын етештереү яйға һалына

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында яңы проекттар ҡаралды. Агропаркты Өфө районында булдырыу ҡарала. Бының өсөн 10 миллиард һум йәлеп ителә. Төҙөлөш июндә башланырға тейеш. Ултырышта Ҡырмыҫҡалы районында “Кировец-Уфа” машиналар төҙөү ойошмаһын киңәйтеү проекты тәҡдим ителде. Үҙ йөрөшлө машиналар һәм аҫмалы ҡорамалдар сығарыу, ауыл хужалығы техникаһын ремонтлау буйынса цехтар асыла. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 170 миллион һум кәрәк. Радий Хәбиров инвесторҙарға ер алыу һәм льготалы займдар юллау буйынса ярҙам итергә ҡушты.

Фото №1 - Башҡортостанда агросәнәғәт паркы барлыҡҡа килә, ауыл хужалығы ҡорамалдарын етештереү яйға һалына
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ