Башҡортостан парламентында мәктәптә буллингты иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағында эшсе төркөм булдырылды. Һуңғы ваҡытта балаларҙың бер-береһен йәберләү һәм кәмһетеү осраҡтары теркәлә. Бынан тыш, социаль селтәрҙәр, виртуаль донъя аша ла психологик баҫым арта. “Буллингты еңеү өсөн ата-әсәләр, мәктәп һәм йәмғиәттең берләшеүе мөһим”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, эшсе төркөм етәксеһе Тамара Танһыҡҡужина.

Башҡортостан парламентында мәктәптә буллингты иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды

“Буллинг мәсьәләһе көнүҙәк булып ҡала. Уның үҙенсәлектәрен белеп бөтөрмәйенсә, ҡайһы саҡта киң һөйләшеүгә сығарып, эште боҙоп ҡуйыу осраҡтары ла булғылай”, - ти Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Әлфис Ғаязов.

Башҡортостан парламентында мәктәптә буллингты иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды

Буллинг мәсьәләләре менән профилле ведомстволар һәм министрлыҡтар, мәктәптәр шөғөлләнә. Эшсе төркөмдөң сираттағы ултырышы 12 апрелгә тәғәйенләнгән.

Фото №1 - Башҡортостан парламентында мәктәптә буллингты иҫкәртеү мәсьәләләре ҡаралды
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ