Башҡортостанда үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы

Ул Мәскәүҙә Федерация Советында ҡаралды. Республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров  программа менән таныштырҙы. Форумда ике дәүләт башлыҡтары Владимир Путин һәм Александр Лукашенко ҡатнашасаҡ. Төп саралар “Торатау” Конгресс-холында ойошторола. Салауат Юлаев майҙанында ҙур тирмә ҡорола. Бында Рәсәй Федерация Советы рәйесе Валентина Матвиенко һәм Беларусь Милли йыйылыш советы рәйесе Наталья Кочанова осрашыуҙар үткәрә. Майҙанда шулай уҡ 11 бәләкәй тирмә ҡуйыла. Уларҙа Рәсәй һәм Беларусь төбәк етәкселәре фекер алышасаҡ. Форум барышында күргәҙмәләр була, шулай уҡ бай мәҙәни программа әҙерләнә, балалар һәм йәштәр өсөн айырым саралар үткәрелә.

Фото №1 - Башҡортостанда үтәсәк Рәсәй һәм Беларусь төбәктәре форумын ойоштороу комитеты ултырышы уҙҙы
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ