Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында ял итеү комплексы төҙөлә

Республика Башлығы Радий Хәбиров үткәргән “Инвестиция сәғәте” ултырышында проект менән таныштырҙылар. Эшҡыуар яр буйында глэмпингтар, ҙур ресторан, амфитеатр, балалар өсөн уйын майҙансыҡтары, пирс төҙөргә ниәтләй. Бының өсөн 180 миллион һум йәлеп ителә. Төҙөлөш киләһе йылда башланыр тип көтөлә. Инвестиция проекты өҫтөнлөклөләр исемлегенә индерелде. Радий Хәбиров ҡала хакимиәтенә ер биреү мәсьәләһендә ярҙам итергә ҡушты.

Фото №1 - Өфөлә Ағиҙел йылғаһы буйында ял итеү комплексы төҙөлә
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ