Яңылыҡ Берҙәм социаль юл йөрөү билетын ҡулланған айырым категория граждандарға ғына ҡағыла. Быға тиклем льготалы граждандар категорияһы өсөн ай дауамында транспортта йөрөү сикләнмәһә, үҙгәрештәргә ярашлы, апрелдән юл йөрөү айына 90-ға тиклем ҡыҫҡартыла. Был үҙгәреш мутлашыусылар эшмәкәрлеген сикләү өсөн индерелгән.
Транспорт картаһы айына 600 һумға тулыландырылыуын иҫәпкә алғанда, транспортта бер тапҡыр йөрөүҙең уртаса хаҡы 6 һум ярымға төшә. Бынан тыш, маршруттар исемлеге киңәйә, карта менән ҡайһы бер шәхси пассажирҙар ташыусы ойошмаларҙа ла иҫәпләшергә мөмкинлек буласаҡ. Ябай «Алға» транспорт картаһын шул уҡ шарттарға ҡулланырға мөмкин.






