Мәсетле районында 3 йәшлек ҡыҙ ҡар һыуы йыйылған йырынға ҡолап төшкән

Бәхетһеҙ осраҡ Аҙанғол ауылында теркәлгән. Был ваҡытта ҡазаға тарыған сабый өлкән балалар менән урамда йөрөгән була. Соҡорҙағы боҙ өҫтөнә ҡолап төшкән уйынсығын алырға маташҡанда йоҡарған боҙ ярылып бәләкәй ҡыҙ уның аҫтында ҡала. Баланың кәүҙәһен һыуҙан атаһы сығара. Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә һыуҙың тәрәнлеге яҡынса 1 метр була. Осраҡ буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары енәйәт эше ҡуҙғатҡан.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарының эшмәкәрлеген координациялау өсөн фажиғә урынына Мәсетле районы прокуроры барҙы. Әле ваҡиға сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана. Был факт буйынса үткәрелгән тикшереү барышы һәм һөҙөмтәләре күҙәтеү ведомствоһы контролендә.

Регина Батталова, Башҡортостан прокурорының киң мәғлүмәт саралары менән эш итеү буйынса өлкән ярҙамсыһы
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ