Бөгөн - Бөтә донъя туберкулезға ҡаршы көрәш көнө

Вакцина күптән уйлап табылған булыуына ҡарамаҫтан, туберкулездан донъяла йыл һайын 2 миллион тирәһе кешенең, шул иҫәптән 200 мең баланың ғүмере өҙөлә.

Йоғошло ауырыуҙы туберкулез таяҡсаһы тыуҙыра. Йыш ҡына тын юлдарын, үпкәне зарарлай. Уны асыҡлау өсөн быға тиклем 3 ай талап итһә, хәҙер ПЦР тест ярҙамында сирлелә Кох таяҡсаһы ике сәғәт эсендә асыҡлана.

Республика туберкулезға ҡаршы диспансер былтыр яңы ҡоролма алыуға ирешкән. Яңы амплификатор лаборатория белгестәренең эшен күпкә еңеләйткән. Әле республикала 2851 кешелә туберкулез сире асыҡланған.

Һуңғы осорҙа ВИЧ-инфекция менән зарараланыусылар араһында туберкулез сирлеләр артҡан. Ошо проблеманы кисектереү маҡсатында Республика туберкулезға ҡаршы диспансер табиптары Спид һәм инфекция ауырыуҙары менән көрәш үҙәге белгестәре менән берлектә конференция үткәрҙе. Табиптар алдында 2030 йылға тиклем был ауырыуҙы юҡҡа сығарыу бурысы ҡуйылған.

Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ